Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары әйтеүенсә, милли проект сиктәрендә Башҡортостанға 30,9 миллиард һум аҡса бүленгән, шуларҙың 20 миллиард һумы — федераль бюджеттан. Республикала былтыр 24 балалар баҡсаһы, биш мәктәп сафҡа ингән, 110 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, республика онкодиспансерының хирургия корпусына төкөтмә эшләнгән. Дауахана һәм поликлиникаларға 200 берәмек яңы ҡорамал ҡайтарылған. Шулай уҡ милли проект саралары 103 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә булышлыҡ иткән, 305 километр юл төҙөкләндерелгән, торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, 888 социаль объект интернетҡа тоташтырылған.