+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ғинуар 2021, 11:25
Милли проект ярҙамында Рәсәйҙә 16 мең саҡрым юл ремонтланған
2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә милли проект ярҙамында 16 мең километрға яҡын юл ремонтланған, реконструкцияланған һәм төҙөлгән. Коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә юл эштәре темпы кәмемәне.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә милли проект ярҙамында 16 мең километрға яҡын юл ремонтланған, реконструкцияланған һәм төҙөлгән. Коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә юл эштәре темпы кәмемәне.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының «Юл селтәре» федераль проекты сиктәрендә 2020 йылда 7 меңдән ашыу объектта эштәр башҡарылды. Ҡала агломерациялары сиктәрендә, шулай уҡ төбәк тәғәйенләнешендәге автомобиль юлдарында 145 млн кв.м. юл ҡатламы норматив торошҡа килтерелде.
«Юл селтәре» федераль проектының дөйөм финанслауы 300 млрд һумдан ашыу, шуның 134 млрд һумы – өҫтәмә рәүештә бүленгән аҡсаларҙы ла иҫәпкә алып федераль ярҙам, 172,5 млрд һумға яҡыны – төбәк юл фондтары аҡсаһы.
Күләмле үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, шуға ла төбәктәр социаль-мөһим объекттарға алып барған юлдарҙы ремонтлауға айырым иғтибар бүлделәр.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
http://информавтодор.рф/
#национальныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы