+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2021, 12:10

Һарыҡ йөнө Һиндостанға оҙатыла

2020 йылда республиканың бер нисә предприятиһы Һиндостанға һәм Болгарияға һарыҡ йөнөн оҙатыуға килешеү төҙөнө, тағы ла бер нисә килешеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

2020 йылда республиканың бер нисә предприятиһы Һиндостанға һәм Болгарияға һарыҡ йөнөн оҙатыуға килешеү төҙөнө, тағы ла бер нисә килешеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Был төбәк эшҡыуарҙарҙың ил етәксеһе Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт” милли проектында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Башҡортостан инде бер нисә йыл Һиндостанға йөн экспортлай. Сеймал йөк машиналары менән Новороссийск портына илтелә, һуңынан диңгеҙ аша Һиндостанға ебәрелә. Һиндостанға оҙатыу өсөн 54 тоннанан артыҡ ауырлыҡтағы йыуылмаған һарыҡ йөнө партияларын "Йөн сәнәғәте" компанияһы һәм В.П.Андреев бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаһы әҙерләгән.
Республиканың Россельхознадзор ойошмаһы тауар ебәреү өсөн экспорт ветеринария сертификаты биргән. 2020 йылдың көҙөндә республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге урындағы эшҡыуарҙар өсөн Һиндостанға бизнес-сәйәхәт ойошторҙо.
Читайте нас: