+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2021, 12:15

Белорет эшҡыуарҙарының еңеүе

Баш ҡалала ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау” милли проекты сиктәрендә «Йыл һөнәрсеһе - 2020” Асыҡ республика конкурсының финалы уҙҙы. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалала ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау” милли проекты сиктәрендә «Йыл һөнәрсеһе - 2020” Асыҡ республика конкурсының финалы уҙҙы.
Өфөнөң сауҙа-күргәҙмә комплексында оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәрен – өҫкө һәм аяҡ кейемдәре, көмөштән биҙәүестәр, интерьер, ағасҡа һырлап эшләү, керамика һәм күндән әйберҙәр тәҡдим итте. Сарала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Ҡазан, Һамар, Силәбе, Волгоград, Пермь, Липецк һәм Тольятти ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты.
Асыҡ республика конкурсында Белорет эшҡыуарҙары Виргиния Латохина, Наталья Калмыкова һәм Сергей Зонов ағас, таш кеүек тәбиғи материалдар ҡулланып эшләнелгән “Белорет” яҙыуы менән магниттар, быйма-брелоктар, ҡулдан һырланған керамик ҡыңғырауҙар, “Тарих ҡуласаһы” мәғлүмәт стендтары тәҡдим итеп, еңеү яуланы.
Читайте нас: