-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2021, 12:05

Экспорт күләме арта

2021 йылдың тәүге ун көнөндә Башҡортостандың май экстракцияһы заводтары сит илдәргә ике мең тонна көнбағыш шротын экспортҡа сығарған, тип хәбәр итәләр Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостандағы идаралығынан.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

2021 йылдың тәүге ун көнөндә Башҡортостандың май экстракцияһы заводтары сит илдәргә ике мең тонна көнбағыш шротын экспортҡа сығарған, тип хәбәр итәләр Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостандағы идаралығынан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: шрот – май экстракцияһының өҫтәмә аҙығы. Ул ҡиммәтле мал аҙығы булып тора. Йыл башынан унан торған 29 тимер юл вагоны Латвияға оҙатылған. Алдан шрот партияһы Башҡортостандың биологик хәүефһеҙлек референт үҙәгендә тикшерелгән.
Әйткәндәй, ауыл хужалығын экспортҡа сығарғанда эшкәртелгән продукция төрҙәре арта. Бөгөн республикала ситкә ебәрелгән май продукцияһы дөйөм күләмдең 40 процентын тәшкил итә. 20 процентҡа яҡыны эшкәртеү сәнәғәте продукцияһына, игенгә һәм рапс, етен кеүек башҡа продукцияға тура килә. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫеше иһә ил төбәктәренең социаль-иҡтисади һәм башҡа йәһәттән үҫеше өсөн ҙур ҡеүәт бирә, киң мөмкинлектәр аса.
Читайте нас: