Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2021, 12:37

Башҡортостанға 3,2 миллионға тиклем турист килеүе көтөлә

Йыл һайын Башҡортостанға 2-нән 2,5 миллионға тиклем турист килә ине. Былтыр пандемия осоронда сит илдәргә сәйәхәттәр тыйылып торҙо һәм аҙаҡ илдә туризм миҙгелен асыу рөхсәт ителде. Башҡортостанда үҙаллы туризм артты һәм ул 2 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән. Был хаҡта республиканың Туризм буйынса комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдергән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йыл һайын Башҡортостанға 2-нән 2,5 миллионға тиклем турист килә ине. Былтыр пандемия осоронда сит илдәргә сәйәхәттәр тыйылып торҙо һәм аҙаҡ илдә туризм миҙгелен асыу рөхсәт ителде. Башҡортостанда үҙаллы туризм артты һәм ул 2 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән. Был хаҡта республиканың Туризм буйынса комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдергән.
Быйыл Башҡортостанда туристар өсөн навигациялар күрһәткестәрен (федераль, төбәк һәм урындағы юлдар, ҡалаларҙа навигация) һанын 1500-гә тиклем арттырмаҡсылар. 2020 йылда 877 күрһәткес ҡуйылған.
2021 йылда Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы 300 километрға тиклем артасаҡ. Әйткәндәй, былтыр ғинуар – ноябҙә туризм өлкәһендәге хеҙмәттәр күләме 3,9 миллиард һум тәшкил иткән.
Башҡортостан "Урал аръяғы-2020" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәргән өсөн "Russian Event Awards-2020" туризм өлкәһендәге милли премияһының "Иң яҡшы туристик MICE-ваҡиғаһы" номинацияһында гран-при яуланы. Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың тағы берәүһе "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" барлыҡҡа килер тип көтөлә.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас в