Өфө районы «Алексеевский» совхозында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса иҡтисади һөҙөмтә 2 млн һумға яҡын булды. Ярты йыл буйына предприятие хеҙмәткәрҙәре БР хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре ярҙамында һаҡсыл етештереү инструменттарын өйрәнде. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.
«Милли проект сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә пилот участкаһында процестың һөҙөмтәлелеге 10,4 процентҡа артты. Хеҙмәт етештереүсәнлеге 10 процентҡа күтәрелде, өлгө итеп алынған ағымда тамамланмаған етештереү күләме 10,2 процентҡа кәмене», - тип хәбәр итте ул.