Башҡортостандың бөтә райондарынан, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән килгән оҫталар бында үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә ҡорҙо, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтарында аралашты.
Белорет районы эшҡыуарҙары, мәҫәлән, конкурсҡа тәбиғи материалдарҙан яһалған “Белорет” магнитттарын, быйма-брелоктар, керамик ҡыңғырауҙар тәҡдим итте һәм жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ булды.