+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ғинуар 2021, 12:08

Республиканың адреслы инвестициялар программаһы раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте өс йылға республиканың адреслы инвестициялар программаһын раҫланы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Хөкүмәте өс йылға республиканың адреслы инвестициялар программаһын раҫланы.
Уның өсөн бөтәһе 70,2 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла. Быйылғы йылда программаны бойомға ашырыуға 20,6 миллиард һум аҡса ҡаралған, шуның 13,5 миллиард һумы республика бюджетынан, өҫтәмә 7,1 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан бүленгән.
Киләһе йылда инвестиция программаһына 23,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Шул иҫәптән 15,2 миллиард һум аҡса республика бюджетынан, ҡалған 8,3 миллиард һумы — федераль бюджеттан. 2023 йылда был программаға 26 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Милли проекттарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән адреслы программа, республикала яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни йорттар, спорт һәм башҡа объекттар төҙөүгә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: