+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ғинуар 2021, 10:00

Башҡортостан оҫталарының изделиелары «оҫталар йәрминкәһе» эре электрон платформаһында тәҡдим ителәсәк

БР Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың халыҡ-сәнғәт һөнәрҙәре үҙәге оҫталарҙан һәм һөнәрселәрҙән тауарҙарын «Оҫталар йәрминкәһе» платформаһында урынлаштырыу һәм алға ебәреү буйынса дәүләт ярҙамы биреүгә ғаризалар ҡабул итеүе тураһында иғлан итә. #национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

БР Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың халыҡ-сәнғәт һөнәрҙәре үҙәге оҫталарҙан һәм һөнәрселәрҙән тауарҙарын «Оҫталар йәрминкәһе» платформаһында урынлаштырыу һәм алға ебәреү буйынса дәүләт ярҙамы биреүгә ғаризалар ҡабул итеүе тураһында иғлан итә.
Ярҙамды «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм БР Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ күрһәтә. Проекттың маҡсаты – Башҡортостан һөнәрселәренең тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен яңы һатыу баҙарҙарына сығарыу, уларҙы популярлаштырыу.
«Оҫталар йәрминкәһе» платформаһы аша уникаль изделиеларын йөҙ меңдән ашыу һөнәрсе һата. Ул Рәсәй экспорт үҙәге версияһы буйынса ун алдынғы маркетплейстар исемлегенә инә, handmade оҫталары, Рәсәй брендтарын һәм дизайнер әйберҙәрен яратыусылар өсөн эре D2C-платформа булып тора. Платформаға ай һайын 8 миллиондан ашыу потенциаль һатып алыусы инә.
Ҡатнашыуға ғаризалар 2021 йылдың 1 февраленә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә, операторҙың контак телефоны: 8(347)292-77-45. Белешмәләр 8 (347) 224-99-99 телефоны аша.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://biznestur.bashkortostan.ru/
Читайте нас: