-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2021, 10:10

Ҡалдыҡтарҙан - яғыулыҡ

Стәрлетамаҡта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән "Мохит-СТР" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә RDF яғыулығы етештерелә башланы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән "Мохит-СТР" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә RDF яғыулығы етештерелә башланы.
Был альтернатив яғыулыҡ төрөн юғары температура режимы талап ителгән бөтә производствола файҙаланырға мөмкин.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙән алынған был яғыулыҡты бөтә донъяла күптән ҡулланалар. Швецияла хатта был төр яғыулыҡты етештереү өсөн ҡалдыҡтар һатып алына. Бындай яғыулыҡ ҡаҙанлыҡтарҙа, цемент производствоһында файҙаланыла.
– Бөгөн ҡорамалдар урынлаштырылған, газды RDF яғыулығына алыштырырға мөмкинлек биргән сифатлы рецептураға өлгәштек. Был ресурстарҙы экономияларға мөмкинлек бирәсәк һәм беҙ «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын формалаштырыу» проект программаһын тормошҡа ашырасаҡбыҙ, - ти Стәрлетамаҡтың «Вториндустрия», «Мохит-СТР» йәмғиәттәре проекттары етәксеһе Айрат Максадов.
Йыйылған бөтә коммуналь ҡалдыҡтар Стәрлетамак заводында беренсел сортировканы үтә, унда RDF етештереү өсөн икенсел сеймал һайлап алына. Хәҙер «Мохит-СТР» йәмғиәтендә альтернатив яғыулыҡты ҡулланыусылар менән килешеүҙәр төҙөү бара һәм ҡоролмалар һынау үтә.
Читайте нас: