+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Февраль 2021, 11:25

Башҡорт балы сит илдәргә күпләп оҙатыла

Башҡортостандан «Медовз» бал етештереүсе компанияһы 4,6 миллион һумдан артығыраҡ суммаға экспорт килешеүе төҙөгән #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге берлектә үткәргән бизнес-миссия, «Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт» видеоконференцияһында онлайн ҡатнашыу арҡаһында мөмкин булды. «Коронавирус сикләүҙәренә бәйле, сит илдәр менән сараларҙы онлайн форматҡа күсерҙек. Яңы форматта булдырылған «Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт» кәңәшмәһендә беҙҙең етештереүселәр башҡа дәүләттәге Рәсәй сауҙа вәкиленә үҙ продукцияһының презентациялау мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ Башҡортостандағы Сит илдәргә экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге сит илдәрҙән партнерҙар эҙләү буйынса хеҙмәт күрһәтә. Шулай итеп, «Медовз» компанияһы 4,6 миллион һумдан ашыу суммаға экспортлау өсөн контракт төҙөй алды», – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
«Медовз» Көньяҡ Корея һәм Японияла партнерҙар һәм һатып алыусылар эҙләү маҡсатында Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Ошо илдәр менән онлайн бизнес-миссиялар үткәреү һөҙөмтәһендә эшҡыуар Корея контрагенты Medovik LLC менән дөйөм суммаһы 3,2 миллион һумға килешеү төҙөй һәм Японияның Sojitz Corporation компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ирешә.
Тағы бер «Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт» видеоконференцияһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә «Медовз» компанияһы Марокко менән экспорт контракты төҙөнө. MediFood контрагенты Башҡортостандан 1,4 млн. һум суммаға бал продукцияһы һатып аласаҡ.
«Медовз» компанияһы етәксеһе Эмил Әхтәмйәнов әйтеүе буйынса, яңы контракттарҙы төҙөүгә төбәк властары ярҙамы менән өлгәшелгән.
«Мартта Польшаға бал продукцияһының һынау партияһын оҙатабыҙ. Шулай уҡ Евросоюзға экспорт үҫешен арттырырға ниәтләйбеҙ, әле унда Украина һәм Аргентина балға хаҡты яһалма кәметә, ә беҙ продукцияның сифатына баҫым яһаясаҡбыҙ.», — тип билдәләне Эмил Әхтәмйәнов.
Экспортлауға ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла..
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты
Читайте нас: