Милли байлыҡ фонды сараларын, шул иҫәптән милли проекттарға йүнәлтелгән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын РФ Иҫәп палатаһы контролдә тота. Былтыр «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты федераль бюджеттан медицина ҡорамалдары алыуға күп аҡса йүнәлтте. Нигеҙҙә үпкә елләтеү аппараттары, термометрҙар һәм коронавирус менән көрәшкә йүнәлтелгән башҡа препараттар алынды.
Бынан тыш Иҫәп палатаһы кесе эшҡыуарлыҡ, экология, мәғариф менән бәйле милли проекттар сығымдарын да тикшерәсәк.