+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Февраль 2021, 16:39

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн комплекслы күнекмәләр үҙләштереү

Был күнекмәләр динамик үҙгәреш шарттарында хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн предприятие менән идара итеүгә системалы ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Был күнекмәләр динамик үҙгәреш шарттарында хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн предприятие менән идара итеүгә системалы ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән. Был процесс милли проектта ҡатнашыуҙың өс йылында предприятиеләрҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген кәмендә 30 процентҡа арттырырға ярҙам итеү өсөн төҙөлгән. Белем алыусылар «Стратегия», «Коммерция эшмәкәрлеге», «Етештереү һәм логистика», «Персонал менән идара итеү» һәм «һанлаштырыу» кеүек көнүҙәк йүнәлештәре буйынса камиллаша, - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Яңы ҡатнашыусыларға реаль «заказ биреүселәр» өсөн эш һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн 50 юл картаһы әҙерләргә кәрәк. Бында алынған күнекмәләр оҡшаш проекттарҙы үҙ аллы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә.
«Беҙ программаның милли проекттарҙа ҡатнашыусылар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланыуына шатбыҙ. Беҙ уны тормошҡа ашырыу ваҡытында 4,4 мең етәксене өйрәттек, барлығы 10 мең самаһы кешене өйрәтергә планлаштырабыҙ. Беҙҙең программа тураһында ыңғай фекерҙәр, шулай уҡ уны тамамлаусыларҙың ғәмәлдәге һөҙөмтәләре яңы ҡатнашыусылар өсөн яҡшы «реклама» булып тора», – тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Петр Засельский.
18-сы уҡытыу миҙгелендә 500-ҙән ашыу идарасы белем ала. Унда 31 төбәктән 80-дән ашыу предприятиенан килгән командалар инә.
Белешмә:
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам», 2021 йылдан алып «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы раҫланған һәм 2024 йылға илдәге хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5%-ҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Проектҡа ҡушылыу өсөн производительность.рф. сайтына инеп ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Читайте нас: