-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Февраль 2021, 17:02

Милли проект: "Цифрлы иҡтисад"

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ер эштәренә бәйле дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе электрон формаға күсереү әүҙем бара.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ер эштәренә бәйле дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе электрон формаға күсереү әүҙем бара.
Министр Наталья Полянская дүшәмбелә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә ошо турала һөйләне, дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе электронлаштырыу халыҡҡа уңайлылыҡ булдырыу ул.
Былтыр үрҙә аталған ведомствола ер мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы 17 төр хеҙмәт күрһәтеү буйынса ойоштороу-техник әҙерлек эштәре башҡарылған. Бөгөн Тосуслуги" порталында документтар тапшырыу мөмкинлеге бар. Быйыл йәнә дүрт йүнәлештә хеҙмәт күрһәтеүҙе цифрлаштырасаҡтар. Мәҫәлән, уға ер участкаһы урынына аҡсалата түләү алыуға бәйле документтар, ерҙе ҡуртымға алыу буйынса актты әҙерләү һ.б. инә.
"Ҡуртымға алыусының шәхси кабинеты" проекты ла ғәмәлгә ашырыласаҡ. Уны мобиль ҡушымта итәсәктәр. Түбәндәге хеҙмәт күрһәтеләсәк: килешеүҙәр мәғлүмәттәре, түләүҙәр, өҫтәмә документтар, документтарҙы һаҡлау, банк реквизиттары алыу һ.б.
Фото: РФ Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас: