Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, төбәктәге иҡтисадты үҫтереүҙә был предприятиеларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүгә йүнәлеш алыуы мөһим бер сара, тимәк улар үҫешә, етештергән тауары донъя баҙарында конкуренциялы буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында республиканың 106 компанияһы ҡатнаша. Улар өсөн федераль льготалы бер процентлы заем рәүешендә 50 миллиондан 300 миллион һумға тиклем финанс ярҙам ҡаралған. Ул биш йылға бирелә. Шулай уҡ, был предприятиелар алдағы йылдарҙа уңышлы эшләгән осраҡта, үҙҙәренең килем һалымы суммаһын кәметеү мөмкинлеге алыуы билдәле