+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Февраль 2021, 12:30

Сибайҙа тегеү фабрикаһы асыласаҡ

Сибайҙа тегеү фабрикаһы асыу буйынса кәңәшмә үткәне хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Яңы производствоны асыу өсөн бөгөндән үк тегенселәр талап ителә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сибайҙа тегеү фабрикаһы асыу буйынса кәңәшмә үткәне хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Яңы производствоны асыу өсөн бөгөндән үк тегенселәр талап ителә.
"Лайыҡлы эш хаҡы, тулы социаль пакет, һөнәри үҫеш, уҡыу һәм ҡайтанан әҙерлек үтеү мөмкинлеге - былар барыһы ла Сибайҙа! - ти Рөстәм Афзалов. - Ҡалала тегеү фабрикаһын асыу мөмкинлектәре буйынса фекер алыштыҡ. Халыҡты эш урындары һәм даими хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итәсәк бындай проекты күптән көткәйнек".
Яңы производствоны асыу буйынса фекер алышыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, Мәләүез ҡалаһынан “Ликом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алексей Беспамятнов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Озерцов, район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Руслан Хәбиров, юғары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Ҡасандыр Сибайҙағы тегеү фабрикаһының даны республикала ғына түгел, донъяла киң танылыу яулағайны. Яңыһы ла ошо юлды дауам итер тип ышанабыҙ. Ни тиһәң дә, Сибай халҡына тегенсе һөнәре ят түгел.
Читайте нас: