Беренсе йүнәлешкә бүленгән 2,4 миллиард һум аҡса социаль инфраструктураны үҫтереүгә китә, уны илдең 22 төбәге ала, улар иҫәбендә Башҡортостан республикаһы бар. Уның буйынса яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни һарайҙар, спорт-һауыҡтырыу комплекстары, табип амбулаториялары, музей йорттары төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ, бүленгән аҡса ауылдарҙа газ торбалары һалыуға, таҙартыу ҡоролмалары төҙөүгә китәсәк, мәктәп автобустары, ашығыс ярҙам машиналары алынасаҡ. Өҫтәүенә, 7,5 мең яңы эш урыны асыу планлаштырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ярашлы булдырылған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бюджетта 31 миллиард һум ҡаралған. Шул уҡ ваҡытты, башҡа программалар аша ауыл мәсьәләләрен хәл итеүгә тағы 186 миллиард һум аҡса бүленә.