-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Февраль 2021, 13:49

Рәсәй сеймал булмаған тауар экспортын арттырҙы

Рәсәйҙең 2020 йылда сит илдәргә сығарған сеймал булмаған тауар күләме 161,3 миллиард долларға еткән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙең 2020 йылда сит илдәргә сығарған сеймал булмаған тауар күләме 161,3 миллиард долларға еткән. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы эшләнгән был күрһәткес, беҙҙең ил өсөн яңы рекорд булып тора.
Экспортҡа сығарылған ошондай төр тауарҙың төп өлөшөн металл продукцияһы (20,8 процент), машиналар етештереү продукцияһы (17,7 процент), аҙыҡ-түлек (17,3 процентҡа) һәм химия тауарҙары (16 процент) тәшкил итә.
Беҙҙең ил тауарын иң күп алыусы булып Ҡытай (16,4 миллиард доллар), Ҡаҙағстан (12,3 миллиард доллар), Белоруссия (9,4 миллиард доллар), Төркиә (8,15 миллиард доллар) һәм Нидерландия (8,15 миллиард доллар) илдәре тора.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле Рәсәйҙә етештерелгән дарыуҙарға, пластик һәм ҡағыҙ ҡаптарға, шәхси гигиена һәм төрлө һаҡланыу сараларына, медицина аппаратураһына сит илдәрҙә ихтыяж артҡан, улар күләп һатып алған.
Шул уҡ ваҡытта, ғинуар айы йоғаҡтары буйынса экспортҡа 17,42 миллион тонна нефть сығарылған йәки 2020 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 18,3 процентҡа кәмерәк. Үткән йылда сит илгә һатылған нефть күләме 2019 йыл менән сағыштырғанда 40,9 процентҡа кәмегән, йәғни 66,391 миллиард доллар булған. Тимәк, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең экспортҡа оҙатылған сеймал булмаған тауар күләме арта бара. Сит илдәргә эшкәртелмәгән нефть һатыуға ҡарағанда, етештерелгән тауар менән сауҙа итеү отошло.
Читайте нас: