+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Февраль 2021, 12:40

Экспорттың төп өлөшө - химия сәнәғәте продукцияһы

2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика сит илдәргә 236 миллион долларҙан ашыу тауар оҙатҡан. Уларҙың шаҡтай өлөшөн химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итә. #национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика сит илдәргә 236 миллион долларҙан ашыу тауар оҙатҡан. Уларҙың шаҡтай өлөшөн химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итә.
Былтыр Беларус Республикаһына, Ҡаҙағстанға, Кипрға – 90,9 миллион долларлыҡ карбонат, Ҡаҙағстанға, Финляндияға, Төркиәгә 79,5 миллион долларлыҡ циклик углеводород һәм 66,3 миллион долларлыҡ монокарбон кислотаһы сығарылған. Һиндостан, Ҡытай, Канада илдәренә 769,6 миллион долларлыҡ турбодвигателдәр һәм газ турбиналары һатылған.
Тауарҙарҙың төп өлөшөн сеймал булмаған продукция тәшкил итә. Тап ошондай экспортты арттырыу бурысы ҡуйылған да инде “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектында.
Читайте нас: