+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Февраль 2021, 12:20

Тауар етештереү арта

Белорет ҡалаһының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы предприятиеларында тауар етештереү ике тапҡырға артҡан. #национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Белорет ҡалаһының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы предприятиеларында тауар етештереү ике тапҡырға артҡан. Был милли проектта Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы, Белорет селтәр һәм түшәмә заводы, “Строп-Комплект” предприятиеһы ҡатнаша. Тамамланмаған производствоны ҡыҫҡартыу юлы менән 80 миллион һум аҡса артып ҡала, уны үҙҙәрендә артабан да етештереүҙе яйға һалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтәсәктәр. Уртаса иҡтисади һөҙөмтә дүрт миллион һум тәшкил итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы буйынса булдырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлелеген һәр йыл һайын биш процентҡа арттырыу бурысы ҡуйылған.
Читайте нас: