+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Март 2021, 18:11

Икенсе айырым иҡтисади зона барлыҡҡа килә

Башҡортостанда икенсе айырым зона булдырырға ниәтләйҙәр. Республика Башлығы Радий Хабиров Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы коллегияһы ултырышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда икенсе айырым зона булдырырға ниәтләйҙәр. Республика Башлығы Радий Хабиров Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы коллегияһы ултырышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
2020 йыл пандемия сәбәпле Башҡортостан иҡтисады өсөн ауыр булды, ләкин бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, төбәктә етештереү кимәле ике процентҡа ғына кәмегән икәнлеге билдәләнде.
Федераль ведомство вәкиле билдәләүенсә, үткән йылда Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары Минпромторг линияһы буйынса ике миллиард һум самаһы субсидия алған. Һәм ошондай дәүләт ярҙамы быйыл да буласаҡ. Субсидияны алыуҙа, продукцияһын экспортҡа ебәреүсе, импорт тауарын алыштырыусы продукция сығарыусы һәм ағас эшкәртеү менән шөғәлләнеүсе предприятиелар өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Төбәк сәнәғәтенә инвестициялар күләме яҡын йылдарҙа 400 миллиард һумдан күберәк булырға тейеш.
“Иҡтисадты үҫтереү” милли проектына ярашлы 2023 йылға тиклем ҙур маҡсаттар ҡуйылған. Ошоно иҫәпкә алып, 2021 йылда республиканың сәнәғәт етештереү индексы 103.9 процентҡа тиклем еткереү бурысы ҡуйыла.
Читайте нас: