Иҡтисад
10 Марта 2021, 04:46

Ялған аҡсалар

Башҡортостанда асыҡланған ялған аҡсаларҙың 90 проценттан ашыуы 5 мең һумлыҡ банкноттар.

Башҡортостанда асыҡланған ялған аҡсаларҙың 90 проценттан ашыуы 5 мең һумлыҡ банкноттар.
Был турала республика Милли банкынан хәбәр итәләр. Уҙған йыл төбәктә 381 ялған аҡса табылған. Рәсәй Банкы ысын аҡсаларҙың кәм тигәндә өс билдәһенә иғтибар итергә кәңәш бирә. Шик тыуған хәлдә, уны теләһә ниндәй банкыға алып барырға була. Экспертиза үткәреү бушлай башҡарыла.
Читайте нас