Иҡтисад
12 Марта 2021, 05:10

Ейәнсурала сыр етештерәләр

Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Сөләймән ауылындағы "Айтал" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә барлыҡ талаптарға яуап биреп төҙөлгән сыр етештереү цехы үҙ эшен башланы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Цехты сеймал менән райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тәьмин итә. "Айтал"да тәүлеккә 300 литр һөт эшкәртелә. Ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар бик тәмле булыуы менән айырылып тора.
Сыр етештереүҙә эшләйәсәк белгестәр Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән аграр университетта белемдәрен камиллаштырып ҡайтҡан. ЯСЙ директоры Ғәлимйән Әминев белдереүенсә, киләсәктә предприятиела етештерелеүсе продукция төрҙәрен тағы ла арттырға уйлайҙар. Яңы продукцияға ҡарата район халҡы әле үк ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Төбәктәрҙә етештереүҙең яңы йүнәлештәрен асыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан
Читайте нас