Франция инвесторҙары Патрик Хоффман һәм Антуан Менделовичи республикала умартасылыҡ өлкәһендә күләмле проектты тормошҡа ашырмаҡсы. Атап әйткәндә, Башҡортостанда 30 мең күстән торған етештереү базаһы булдырыу, халыҡ-ара аккредитацияға эйә булған бал сифатын билдәләү лабораторияһы асыу, шулай уҡ йылына ете мең тоннаға тиклем халыҡ-ара экспортҡа йүнәлтелгән бал продукцияһы етештереү тураһында һүҙ бара. Бынан тыш, бизнесмендар бал ҡорттарының башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлау, республика балы брендын танытыу йәһәтенән эш алып барырға ниәтләй. Инвестицияның дөйөм күләме – 3,8 миллиард һум.
Республикала проектты ғәмәлгә индереү өсөн “Би Хэппи” (“Бәхетле бал ҡорто”) компанияһын теркәп, эштең төп йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләгән юл картаһын төҙөнөләр.
Тәүге умарталыҡтарҙы Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында урынлаштырыу күҙаллана. Производствола 160 яңы эш урыны булдырыла. Бал продукцияһын эшкәртеү заводы һәм күргәҙмә үҙәге Өфөлә урынлаша. Республика Башлығы Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ошо эштә булышлыҡ итергә ҡушты