«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте үҫтереү» милли проекты Күмертауҙа бер нисә производствоны яйға һалырға мөмкинлек биргән. «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн джинсы кейемдәр тегеү буйынса цех эшләй башлаған. Компания данлыҡлы Ligas бренды менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Проектҡа кәмендә 30 миллион һум аҡса йүнәлтелә, уны ике йыл эсендә тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр.
«Баш-Деним» ЯСЙ-һы 6-нан 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн заманса кейемдәр тегәсәк, шулай уҡ махсус костюмдар әҙерләү менән мәшғүл буласаҡ. Әлегә предприятиела 30 кеше эшләй, штатты артабан арттырыу күҙ уңында тотола.