Ошо көндәрҙә Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр Дондағы Ростов ҡалаһындағы “Ростсельмаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығында булды, һуңғы ҡаҙаныштары менән танышты. Уларға завод цехтары буйлап экскурсия ойошторолдо, етештерелгән барлыҡ техника күрһәтелде. Республика аграрийҙары “Ростсельмаш” техникаһын һатып алыусылар араһында иң әүҙеме һанала. Үткән йылда предприятие үҙ техникаһын Башҡортостанға ташыуҙы 94 процентҡа – үҙйөрөшлө техника берәмеген 250-гә тиклем арттырған. Иген йыйыу комбайндары (210 процент), мал аҙығы етештереү техникаһы (71), тракторҙар (60) буйынса ҙур үҫеш күҙәтелгән. Әлбиттә, бындай үҫешкә ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн булдырылған субсидия бүлеү программаһы булышлыҡ иткән. Былтыр төбәктә 1,8 миллиард һумлыҡ субсидия бирелгән. Был илдәге “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк.