Иҡтисад
19 Марта 2021, 10:55

Һөнәр оҫталары ярышы

Өфөлә 21 – 25 июлдә «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионатының (WorldSkills Russia) финалы уҙасаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә 21 – 25 июлдә «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионатының (WorldSkills Russia) финалы уҙасаҡ. Чемпионат бөтә хәүефһеҙлек талаптары күҙәтелеп, традицион форматта ойошторола.
Башҡортостандың баш ҡалаһында был көндәрһә Рәсәйҙең 85 төбәгенән 1800 конкурсант килеүе көтөлә. Улар үҙҙәренең оҫталығын 105 һөнәр буйынса күрһәтергә ниәтләй. Оҫталыҡ майҙансығтары 7 блоктан тора: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт технологиялары, ижади эш һәм дизайн, сәнәғәт һәм инженер технологиялары, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, мәғариф.
«Мәғариф» милли проектының «Йәш һөнәрмәндәр» федераль проекты сараларына тормошҡа ашырылған был чемпионаттарҙа 16-нән 25 йәшкә тиклемге урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша.
«WorldSkills иң мөһим маҡсатҡа — һөнәри белемдең сифатын, абруйын һәм конкурентлылығын күтәреү өсөн яуап бирә. Республика йыйылма командаһы һөнәри оҫталыҡ буйынса конкурстарҙа даими яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, сөнки Башҡортостан элек-электән ҡул эштәре оҫталары, һөнәрмәндәр менән дан тота. Беҙ Милли чемпионат флагын оло ғорурлыҡ һәм ҙур теләк менән ҡабул иттек. Чемпионатҡа әҙерлек барышында тағы ла мөһим объекттар, майҙансыҡтар сафҡа индереләсәк», — тине БР Башлығы Радий Хәбиров.
Чемпионат финалын тантаналы асыу «Өфө-Арена» боҙ һарайында 21 июлдә була, артабанғы саралар «Торатау» Конгресс-холында дауам итәсәк. Һайлап алыу турҙары урындарҙа, 1-нән 30 апрелгә тиклем бара.
Читайте нас