Иҡтисад
23 Марта 2021, 17:25

Тауар ситкә оҙатыла

Баш ҡалала “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса эшҡыуарҙарҙың өсөнсө төркөмөн уҡытыу тамамланды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалала “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса эшҡыуарҙарҙың өсөнсө төркөмөн уҡытыу тамамланды.

Сараның туранан-тура уҙғарылған өлөшө йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларҙы береһе – “Комфорт пласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Беларусь Республикаһы менән биш миллион һумлыҡ экспорт контракты төҙөнө.

“Экспорт форсажы”на тиклем эш структураға һалынмағайны, барыһы ла үҙ ағышы менән барҙы. Уҡып сыҡҡандан һуң барыһы ла яйға һалынды, беҙ ниндәй мәлдәрҙе көсәйтергә, ҡайһы йүнәлештәр буйынса эш алып барырға кәрәклеген аңланыҡ. Был Беларусь менән биш миллион һумлыҡ килешеү төҙөргә булышлыҡ итте. Йәнә Грузиянан һатып алыусы менән килешеү төҙөү ниәте бар – продукция өлгөләре февралдә ебәрелгәйне – апрель башында тағы ла биш миллион һумлыҡ контракт төҙөүгә өмөт итәбеҙ”, – тине “Комфорт пласт” йәмғиәтенең һатыу бүлеге етәксеһе Руслан Йәрмөхәмәтов.
Был компания пенополистиролдан продукция сығарыу һәм һатыу менән шөғөлләнә.
“Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса уҡыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан алынды.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас