Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға мониторинг һөҙөмтәләре, шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән башҡарылған системалы эш тикшерелде.
Төбәк проекттарына бүленгән бюджет аҡсаһының касса үтәлеше, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән милли проекттарға ярашлы, объекттар төҙөлөшө буйынса юл карталарының тормошҡа ашырылыуы хаҡында Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов хәбәр итте. Быйыл 45 төбәк проектына 26,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала, шуның 18,1 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.
– Милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын беҙ квартал һайын Төбәк проект офисы кәңәшмәләрендә ентекле тикшерербеҙ, ә аҙна һайын үткәрелгән Хөкүмәт ултырыштарында эштә етди артта ҡалыуға юл ҡуйған министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәрен тыңларбыҙ, – тине Премьер-министр Андрей Назаров. – Берәүгә лә өҫтөнлөк бирелмәйәсәк. Был эште беҙ мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк башҡарырға тейешбеҙ.
Беренсе вице-премьер Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эшен тәьмин итеү сараларының “юл картаһы”, киләсәккә бурыстар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Республика Хөкүмәте өҫтөнлөклө бурыстар хаҡында ла хәбәрҙар булды..