Һуңғы биш йылда моноҡалалар биләмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ проекттарын финанслауға 63,3 миллиард һум аҡса киткән. Был проектта Рәсәйҙең 63 төбәге ҡалалары ҡатнашҡан. Улар араһында Башҡортостандан Нефтекама ҡалаһынан сэндвич-панелдәр, еңел метал конструкциялар етештереүсе ООО ”ЗИК Интеркуб” кампанияһыла бар. Үткән йылдағы пандемияға бәйле ауыр ваҡытта “МСП Банк”ы уларға 462 миллион һум кредит биргән. Республиканың «РЛК Республики Башкортостан» акционерҙар ойошмаһы ла был компанияға ҡоролмалар алыуҙа 170 миллион һумлыҡ ташламалы лизинг ярҙамы күрһәткән. Ошондай бөтә төр ярҙам арҡаһында был кампания 2020 йылда үҙ продукцияһын етештереү күләмен күпкә арттырырған. Улар сығарған төҙөлөш материалдарын ҡулланып төҙөлгән Өфөләге, Стәрлетамаҡ һәм Силәбе ҡалаларында ковид госпиталдәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа инде. Быйылғы йылда ла “МСП Банк” вәкилдәре моноҡалалар эшҡыуарҙарының проекттарына, үҙ эшен асыусыларға махсус, ташламалы кредит менән булышлыҡ итеүгә әҙер булыуҙарын белдерҙе.