Һуңғы ваҡытта ғына магазиндарҙа шәкәр, май, ярма кеүек көн дә кәрәкле булған аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ юғары булыуы аптырата.
Бында шуны ла әйтергә кәрәк: 90-сы йылдарҙағы кеүек магазин кәштәләренең буш булмауы, тауарҙарҙың йәнең теләгәнен һайлап алыу мөмкинлеге генә күңелде бер аҙ йыуата. Шул уҡ ваҡытта эш хаҡы, пенсия-пособиелар бер ҙә артмауы борсоуға һала.
Төрлө магазиндарҙа бер тауарға хаҡтар төрлөсә. Был тауарҙы етештереүсенән, уны ташыусынан һәм һатыуға ҡуйыусынан, продукцияның сифатынан да тора. Мәҫәлән, шәкәрҙе генә алайыҡ. Бер магазинда был татлы аҙыҡтың килоһы 57 һум торһа, икенсеһендә — 55, өсөнсөһөндә 52 һум. «Пятерочка»ла биш килограмлыҡ ҡаптағы — 264 һум булған, акция менән бөгөн 224 һум 99 тингә алырға мөмкин. Супермаркеттарҙың шуныһы бар: уларҙа теге йәки был тауарҙарға йыш ҡына акциялар үткәрелеп, ташлама менән һатып алырға мөмкин.
Бер йыл тирәһе элек үҫемлек майының 5 литрлыҡ һауыттағыһы 300 һумдан артмаһа, бөгөн уның хаҡы 619-680 һумға олғашты.
3 литрлыҡ һауыттағыһы 400 һумдан ашыу, 1 литрлығы 116-135 һум.
Ярмалар 5 килограмға тиклемге ҡаптарҙа һатыла. «Фасоль» магазинында, миҫалға, 2,5 килограмлыҡ ҡаптарға һалынған ярма, макарон изделиелары хаҡтары түбәндәгесә:
- ҡарабойҙай — 187 һум;
- «Краснодар» дөгөһө — 153 һум;
- бешекләнгән дөгө —181 һум;
- «Приморье» дөгөһө —181 һум;
- оҙонса дөгө — 178 һум;
- манный ярмаһы — 89 һум;
- һоло ярмаһы — 89 һум һ.б.
Ике килолыҡ макарон изделиеларының хаҡы 84 һумдан башлана. Бер ҡап тоҙҙоң хаҡы 12-13 һумға еткән.
Ондоң 25 килограмы — 800, 10 килограмы — 365, 5 килограмы 185 һум тора.
Онға хаҡ артҡас, печенье, торт һәм башҡа изделиеларҙың да хаҡы күтәрелеүе тәбиғи. Ҡырҡылған һалманың килограмы 200 һумдан башлана.
Йомортҡаның бер данаһын 67 һумдан 90 һумға тиклем хаҡ менән алырға була. Әлбиттә, көндәр йылынып, шәхси хужалыҡтарҙа тауыҡтар йомортҡа һала башлаһа, баҙарҙа һатыусылар ҙа күбәйәсәк һәм был ризыҡҡа хаҡтың бер аҙ төшөүенә өмөт итеп була.
Баҙарҙа һөт (1,5 литр) — 100, ҡорот (1,5 литр) — 100 һум тора, ыҫланған ҡоротто, ҙурлығына ҡарап, 20, 50, 100, 150 һумға алырға була. Майҙың 1 килограмы 500 – 600 һум булһа, 5 литрлыҡ биҙрәгә һалынған картуф 200 һум.
Нимәлер һатып алыр алдынан, ваҡытың булып, магазиндарҙа йөрөп, хаҡтарҙы сағыштырып сыҡҡанда, әлбиттә, күпмелер аҡсаңды яныңда ҡалдырырға була. Тик бөгөн магазиндар буйлап йөрөргә күпселек халыҡтың ваҡыты ла, теләге лә юҡ, буғай. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан кибеткә инеп, кәрәкле әйберҙе алыуҙы хуп күрә.