Бөгөн уның эргә-тирәһен йырып, карапты урынынан ҡуҙғатыу эштәре бара, әммә был мәшәҡәт март аҙағына хәтлем дауам итәсәк тип фаразлана. Шуның өсөн Рәсәй етәкселеге Мысырға үҙ белгестәрен тәҡдим итергә әҙер. Каналда 150-гә яҡын судно блокировкаланған, донъя иҡтисады көнөнә 9 миллиард долларҙан ашыу аҡса юғалта тип һанайҙар.