Башҡортостанда йәшәүселәргә бушлай яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге бар.
Программала мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған граждандар, 50 йәштән өлкәндәр, декрет ялындағы ҡатындар һәм ете йәшкә тиклемге балалары булған әсәләр ҡатнаша ала. Улар төбәктә ихтыяж булған перспективалы вакансиялар буйынса уҡытыласаҡ.Теләүселәрҙе туплау башланған да инде. “Работа в России” порталы аша ғариза биреүе ҡыйын түгел.
2020 йылда Башҡортостанда 209 меңдән ашыу кеше эшһеҙлек буйынса пособие алған, улар араһында балалары булған ғаиләләр 79 мең тәшкил иткән. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 70 меңдән ашыу кеше яңы эш урыны тапҡан. Бөгөн республикала эшһеҙлек кимәле 4,2 процентҡа тиклем кәмегән.