Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы”ның контроль акциялары пакетын төбәккә биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
– Иң тәүҙә “Башҡортостан сода компанияһы”ның акцияларының контроль пакетын республикаға бирергә ҡарар иткәне өсөн Владимир Владимирович Путинға рәхмәт белдерәм. Был, һис шикһеҙ, ғәҙел һәм законлы. Сөнки бынан алда суд ҡарары менән акциялар пакеты Рәсәй Федерацияһы милегенә тапшырылғайны. Президентҡа был предприятиеға идара итеүҙе беҙгә ышанып тапшырыуына ҙур рәхмәт: 38,3 процентын беҙгә ҡайтарҙы һәм 11,7 процентын + бер акцияны ышаныслы идаралыҡҡа тапшырҙы, йәғни беҙ ғәмәлдә контроль пакетты алдыҡ, — тине был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Был - ҙур яуаплылыҡ, сөнки “Башҡортостан сода компанияһы” - республика әһәмиәтендәге генә түгел, Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге эре предприятие, уның продукцияһына ил иҡтисадының тотош тармаҡтары бәйле.
Хәҙер беҙҙең төп бурыс – предприятиены үҫтереү. Ул әле сафта һәм бик килемле. Әммә беҙ аңлайбыҙ, әгәр унан бөтә һутын һурыу, барлыҡ килемен тартып алыу дауам итһә, ул саҡта ҡаты көнәркәшлек мөхитендә иҫән ҡала алмаясаҡ. Шуға ла хәҙер иң мөһиме – модернизация.
Фото: БР Башлығы сайтынан.