2021 йылда республиканың 24 агросәнәғәт предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проектында әүҙем ҡатнашҡан.
Улар исемлегендә төрлө йүнәлештә эшләгән предприятиелар - сыр, һөт, йәшелсә, ит, йомортҡа етештергән, эре ауыл хужалығы компаниялары бар.
Башҡортостандың 106 предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проектында ҡатнаша. Ошо проектта ҡатнашыусы “Өфө икмәк продукттары комбинаты” ла төрлө яңы алымдар ҡулланыу һөҙөмтәһендә продукция етештереүҙе ун процентҡа күтәреүгә өлгәшкән.
«Федераль проектта ҡатнашыу беҙгә үҙебеҙҙең предприятиеның эске резервтарын асырға һәм етештереү процестарын оптималләштерергә мөмкинлек бирҙе. Иң мөһиме, кешеләрҙең аңы үҙгәрҙе, яҡшыраҡ эшләргә һәм үҫешергә теләктәре бар. Беҙгә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, тағы ла етештереүсәнлерәк эшләр кәрәк», - ти предприятиеның ошо проект буйынса етәксеһе Вячеслав Рудик.