“Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһында Рәсәй Президенты В. Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә һаҡсыл технологияларҙы файҙаланыу маҡсатында иҡтисади һөҙөмтә 1,3 миллион һум тирәһе тәшкил иткән. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты инструменттарын файҙаланыу ярҙамында тауыҡ итен етештереү буйынса пилот проекты ярҙамында предприятие ярты йыл эсендә бер хеҙмәткәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеген 15 процентҡа арттырған.