Республика биләмәһендә теркәлеп, әҙер тауарҙы экспортҡа сығарған предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында барған “Йыл экспортеры” төбәк конкурсына йомғаҡ яһалды, унда бөтәһе 29 компания ҡатнашты.
“Агросәнәғәт комплексы араһында йыл экспортеры. Эре бизнес” номинацияһында “Шишмә шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында “Башҡорт бройлеры” идара итеүсе компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеү яуланы.
Ҡатнашыусылар экспорт тауарының йыллыҡ күләме, экспорт бушатыу һаны, экспорт географияһы, экспорт тауарының номенклатураһы, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уҙған халыҡ-ара йәрминкә-күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуы буйынса баһаланды.
“Йыл экспортеры” төбәк конкурсы экспорт эшмәкәрлеге баһаһын күтәреүгә, эшҡыуар-экспортерҙар һанын һәм уларҙың көнәркәшлеген тышҡы баҙарҙа арттырыу, шулай уҡ төбәк экспорты күләмен үҫтереү. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын республикала бойомға ашырыуҙың бер өлөшө булып тора.