Республика тауарҙары импортерҙары булып донъяның 46 иле тора. Улар араһында тәүге урындарҙы Ҡаҙағстан, Латвия, Тажикстан, Ҡытай, Үзбәкстан биләй. Шулай уҡ Пакистан, Монголия, Литва, Норвегия, Беларусь, Иран менән әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Былтыр игенде башлыса Азербайжан, Иран, Ҡаҙағстан, Латвия алған. Май тауарҙары – Ҡытай, Төркиә, Латвия, Дания, Үзбәкстан, шәкәр – Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монголияға оҙатылған. Былтыр Башҡортостан Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге, Канада, Корея һәм Ҡаҙағстанға 195 мең долларлыҡ 47,5 тонна бал һатҡан.
Экспорттың 75 процентын тәшкил иткән төп предприятиелар булып “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Күмертау) – 49,9 процент, “Шишмә шәкәр заводы” – 10,89 процент, “Шишмә май экстрация заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 7,61 процент, “Сервистранском” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Мәләүез) – 6,84 процент тора.