“Газпром”дың сит илдәргә экспорты беренсе кварталда 31 процентҡа артҡан, йәки үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 52,7 миллиард кубометрға күберәк оҙатылған. Рәсәй газын Төркиәгә һатыу күләме 106,6 процентҡа, Германияға – 33, Польшаға – 18, Сербияға – 71, Финляндияға – 67, Румынияға – 90, Болгарияға – 52, Грецияға – 24 процентҡа артҡан. “Газпром” дың газ сығарыу күләме беренсе кварталда 10,5 процентҡа артып, 136,2 миллиард кубометр тәшкил иткән. Компаниянан белдереүҙәренсә, март айында Европа илдәре ҡышҡы күләмгә тиң газ экспортлаған. Был быйылғы ҡыштың һыуыҡ килеүе сәбәпле, уларҙың газ һаҡлағыстарында запас кәмеүен күрһәтә.