Иҡтисад
12 Апреля 2021, 04:30

Милли проект төҙөлөштәрен йәһәтләтергә мигранттар ярҙам итерме?

Апрелдә Рәсәй Тажиҡстан һәм Үзбәкстән менән авиабәйләнеште тергеҙҙе. Был, үҙ сиратында, илгә күпләп мигранттар килеүен юл асасаҡ тип фаразлана.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Пандемия шарттарында яҡын сит илдәрҙән эшсе ҡулдар килеүе кәмегәс, ҡайһы бер төҙөлөш объекттарында тотороҡһоҙлоҡ күҙәтелде. Быйыл мигранттарҙың эшкә килеүе милли проекттар сиктәрендә башҡарылған мөһим объекттарҙы ваҡытында сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк, тип көтәләр РФ Хөкүмәтендә.
Ауыл хужалығы тармағында, мәҫәлән, миҙгелле эштәргә 38 меңдән ашыу эшсе кәрәк. Айырыуса Волгоград, Липецк, Воронеж, Әстрахан өлкәләре хеҙмәтсәндәргә ҡытлыҡ кисерә. Коронавирус мәлендә, кеше етешмәгәнлектән, аграр секторға студенттарҙы ла, мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торғандарҙы ла йәлеп иткәндәр.
Төҙөлөш компаниялары миллиондан ашыу эшсе ҡул, бигерәк тә мигранттар көсө кәрәк, тип белдерә.
Бынан тыш, ағас эшкәртеү, тимер юлдары төҙөү, таш сығарыу, бетон һалыу кеүек тармаҡтарҙа эшселәр етешмәй.
Читайте нас