Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиелары ай һайын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ реестрына индереүгә ғариза биреп, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектында ҡатнаша алалар.
Үткән йылда улар дәүләт ярҙамы менән тиҫтә миллион һумға сеймал, яңы техника алдылар, етештереүҙе модернизацияланылар.
- Еңел сәнәғәт тармағы яңынан тергеҙелә башланы, беҙ республикала төбәк-ара һынау лабораторияһы үҙәге төҙөргә уйлайбыҙ, - тине Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.