Иҡтисад
16 Апреля 2021, 07:10

Ветерандарға байрам хөрмәтенә өҫтәмә түләм

Апрелдә ветерандарға пенсия менән бергә Еңеү көнө уңайынан 10 мең һум аҡса түләнә.

Апрелдә ветерандарға пенсия менән бергә Еңеү көнө уңайынан 10 мең һум аҡса түләнә. Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда түләүгә 166 инвалид һәм 479 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы иҫәп тота ала.
«Алдан тейешле эш алып барылды, аҡса ғаризаһыҙ тәртиптә, Пенсия фондында булған мәғлүмәт нигеҙендә түләнә», — тип хәбәр итте бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.
Читайте нас