Иҡтисад
19 Апреля 2021, 03:40

Президенттың байлығы күпме?

РФ Президентының 2013 йылдың 8 июлендәге Указына ярашлы, Президент Хакимиәтендә эшләүселәр, төбәк башлыҡтары, Хәүефһеҙлек Советы ағзалары үҙҙәренең килемдәре тураһында отчет бирҙе. Декларациялар Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡты.#ВладимирПутин

Шулай итеп, ил башлығы ниндәй матды байлыҡҡа эйә? Документҡа ярашлы, Владимир Путиндың уҙған йылдағы эш хаҡы йылына 9,994 миллион һум тәшкил иткән, 77 квадрат метр ҙурлыҡта фатиры, гаражы, 153,7 квадрат метр ҙурлыҡта тағы бер фатиры, ике автомобиле бар.
Иң бай чиновниктарҙың береһе — Президент ярҙамсыһы Игорь Левитиндың эш хаҡы былтыр йылына 43 миллион һум булған. Уның Мерседес Бенц GLC 250 автомобиле һәм 118,4 квадрат метр ҙурлыҡта фатиры бар. Ҡатыны Лексус машинаһында йөрөй. Левитиндарҙың ер участкаһының майҙаны 3982 квадрат метр тәшкил итә. Бынан тыш, 94,7 квадрат метр ҙурлыҡта тағы бер фатир теркәлгән.
Премьер-министр Михаил Мишустин 2020 йылда 19,9 миллион һум эш хаҡы алған.
Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров иһә 740 миллион һум аҡса эшләгән. Ул былтыр Tesla X100D автомобиле һатып алған, дүрт ер участкаһы бар, шулай уҡ 3075,9 квадрат метр ҙурлыҡта торлағы бар тип яҙылған.
Читайте нас