2021 йылда сауҙа предприятиелары «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнаша ала.
Һаҡсыл етештереүсәнлек алымдарын сауҙа бизнесына индереү, ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын һәм тиҙлеген арттырасаҡ, тауарҙың үҙҡиммәтен кәметәсәк.
Башҡортостанда иҡтисади үҫешкә өлөш индереүҙә сауҙа сәнәғәттән ҡала икенсе урынды биләй. Республиканың тулайым төбәк продуктының 13 проценты, сауҙа предприятиеларына тура килә. Республика халҡының эшкә һәләтле 19 проценты сауҙа өлкәһендә эшләй.