Иҡтисад
23 Апреля 2021, 09:50

Эш хаҡын өлөшләтә дәүләт түләйәсәк

Эшһеҙ граждандарҙы эшкә алған осраҡта хеҙмәт хаҡын түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында Рәсәй Хөкүмәтенең яңы программаһы эш биреүселәр өсөн бик отошло.

Былтырғы пандемия осоронда күп кеше эшһеҙ ҡалды. Хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте был проблеманы еңеләйтеү маҡсатында эш биреүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыуҙың төрлө юлдарын эҙләй. Уның “Эшһеҙ граждандарҙы эшкә алыусы юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 2021 йылда дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында” 362-се ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда ла эш биреүселәр өсөн дәртләндереү саралары тормошҡа ашырыла башланы. Шуларҙың береһе – эшһеҙҙәрҙе эшкә алыуҙы стимуллаштырыу программаһы тураһында Урал аръяғы мәшғүллек үҙәгенең Әбйәлил бүлексәһе начальнигы Радик Юлай улы Рәхмәтуллин һөйләй.
  • Ябай ғына итеп әйткәндә, был программа буйынса мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған кешене эшкә алған өсөн дәүләт уға эш хаҡы түләргә ярҙамлаша. Был бөтә-бөтә төрҙәге эш биреүселәргә лә, шул иҫәптән ауыл хужалығы өлкәһенә лә ҡағыла. Иң тәүҙә эш биреүсе интернетта “Работа в России” порталы аша мәшғүллек хеҙмәтенә ғариза яҙырға һәм унда үҙендәге буш эш урындары теҙмәһен күрһәтергә тейеш. Шул ғариза нигеҙендә беҙ үҙебеҙҙә иҫәптә тороусылар араһынан эш биреүсегә ҡулайлы кешене һайлайбыҙ.
  • Эш биреүсе уны эшкә алған осраҡта беренсе айҙа 19 мең 153 һум күләмендә эш хаҡын түләүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Был -- минималь эш хаҡы + страховка взностары һәм район коэффициенты. Әгәр эш хаҡы был сумманан ҙурыраҡ булған осраҡта ҡалған өлөшөн эш биреүсе үҙе түләй.
    Был субсидия Социаль страховка фонды аша эшһеҙ гражданды эшкә алғандан башлап 1-се, 3-сө һәм 6-сы айҙар өсөн түләнә. Бының өсөн эш биреүсе “Соцстрах” мәғлүмәт системаһына эшсе бер ай эшләгәндән һуң ғариза яҙырға тейеш. Ул тәүге ай өсөн үҙ кеҫәһенән түләп торорға ла мөмкин, әммә был аҡса уға барыбер кире ҡайтарыла. Шулай итеп, әгәр эшһеҙ граждан эш биреүселә рәсми рәүештә 6 ай эшләһә, уның бөтәһе 57 мең 460 һум күләмендә сығымдары дәүләт иҫәбенә ҡаплана. Һәм, әлбиттә, был программа эләгеү өсөн эш биреүсенең дәүләткә һалым, кредиттар буйынса бурыстары, түләнмәгән штрафтары булмауы шарт.
    Был турала интернеттан https://rabota.bashkortostan.ru/ һәм
    https://rabota.bashkortostan.ru/News/Detail/?id=a24f77ea-a932-4872-b2b2-bc438d4f6537
    һылтанмалары буйынса тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. Әгәр районда кемделер хеҙмәткәрҙәренә дәүләт иҫәбенә эш хаҡы түләү кеүек мауыҡтырғыс тәҡдим ҡыҙыҡһындырһа, мәшғүллек үҙәгенә килеп, белгестәр менән һөйләшә ала. Тик һуҙып йөрөргә ярамай: ғаризалар май аҙағына тиклем генә ҡабул ителә.
    Һәм тағы бер мөһим мәғлүмәт: мәшғүллек үҙәге бындай эш биреүселәргә тик 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған эшһеҙ граждандарҙы ғына тәҡдим итә ала. Ағымдағы йылда иҫәпкә тороусылар программала ҡатнаша алмай. Сөнки ул әлегә бер йылға ғына иҫәпләнгән.
    Р. МУСИНА яҙып алды.
    Читайте нас