Сода етештереү кампанияһы алдағы 40-50 йыл дауамында Төйәләҫ сығанағын файҙалана аласаҡ. Кәңәшмә барышында А. Назаров Башҡортостан Хөкүмәте алдында Урал аръяғында яңы производство булдырыу мәсьәләһе тора тип белдерҙе. Сибай эргәһендәге эзбизташ карьеры БСК-ны сеймал менән тәьмин итәсәк. Әлегә проект өҫтөндә эш алып барыла.
«Сибай өсөн был яңы һулыш тигән һүҙ, сөнки Башҡорт сода компанияһы бынан сеймал ташыуҙы ойошторһа, кешеләр өсөн эш урындары буласаҡ, тимер юлы модернизацияланасаҡ», — тине премьер-министр.
Белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин «Башҡорт сода компанияһы» АЙ-һының акцияларының 38,3 процентын Башҡортостанға ҡайтарыу тураһында ҡарар сығарҙы. Шул рәүешле республика был предприятие эшмәкәрлеген тулыһынса үҙ контроле аҫтына алды һәм шихандарҙы эшкәртеү мәсьәләһе ябылды.