Әле объектта сафҡа индереү-көйләү эштәре бара. Май айында заводтың тәүге продукция биреүе көтөлә. Ә августан ул тулы ҡеүәтенә эшләй башларға тейеш.
Завод тәүлегенә 700 тонна аҡ цемент етештерәсәк,йәғни компания йылына 240 мең тонна аҡ цемент сығарырға ниәтләй һәм шуның менән илдең был продукцияға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк. Аҡ цементтан тыш, төҫлө тортуар плиткаһы һәм фасад плиткаһы етештереү ҙә ҡаралған.
Әле объектта сафҡа индереү-көйләү эштәре бара.
Предприятиеның тышҡы баҙарға ла эшләүе күҙаллана. Киләсәктә төп һәм шуға оҡшаш продукцияны етештереүҙе тәүлеккә бер мең тоннаға еткереү планлаштырыла.