23 апрелдә Өфөләге Hilton Garden Inn ҡунаҡханаһында “Самокат” онлайн экспресс-ритейлының исем туйы уҙҙы. “Башҡортостан тауарҙары” проекты дипломанттарының тауарҙары ошо илтеп ҡуйыу хеҙмәте аша һатыласаҡ. “Самокат” – тауарҙарҙы өйгә тиклем бушлай алып барып тапшырыу хеҙмәте. Компания 2018 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында барлыҡҡа килә, Рәсәйҙең туғыҙ ҡалаһында эшләй.
Осрашыу барышында был хеҙмәттең сауҙа кәштәләренә “Башҡортостан тауарҙары” проектында ҡатнашыусыларҙың продукцияһын ҡуйыу тураһында һөйләшеп килешелде. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.
– Урындағы етештереүселәрҙең тауарын танытыу – беҙҙең министрлыҡтың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Хәҙер ошо ритейл ярҙамында сифатлы һәм уникаль продукциябыҙҙың республиканан ситтә лә танылыуын теләйбеҙ, – тине ул.
Башҡортостан тауарҙарына ихтыяждың ҙур булыуы уларҙы һатып алыусыларҙың уңайлы ваҡытта һәм урында алыу теләге менән дә иҫәпләшергә мәжбүр итә. Был осраҡта тауарға эйә булыуҙың “Самокат” хеҙмәте тәҡдим иткән заманса алымдары, шул иҫәптән һанлы технологиялар ярҙамында, әһәмиәтле. Был сервис яңыраҡ Өфө баҙарына сыҡты һәм урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе. Эшлекле осрашыуҙа хеҙмәттәшлек итеү һәм Башҡортостан етештереүселәренә булышлыҡ итеү юлдары тикшерелде.
Бындай хеҙмәттәшлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән "Һанлы иҡтисад" милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
– Тауарҙарҙы өйгә тиклем илтеп ҡуйыу өлкәһендә әүҙем үҫешкән компаниялар менән хеҙмәттәшлек итеү төбәк етештереүселәренең эшмәкәрлеген һәм продукцияһын киңерәк танытыуҙың тағы бер ысулы булыр тип ышанам, – тине “Башҡортостан тауарҙары” проекты етәксеһе Светлана Дивнич.