Иҡтисад
29 Апреля 2021, 10:02

Ҡояш панелдәре заводы төҙөлә

Предприятиены төҙөүгә инвестор 1,5 миллиард һум аҡса һаласаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Предприятиены төҙөүгә инвестор 1,5 миллиард һум аҡса һаласаҡ.
Башҡортостанда энергетика системаһын заманса йүнәлештә үҫтереү маҡсатында “Алға” айырым иҡтисади зонаһында ҡояш панелдәрен етештереү заводы төҙөләсәк. Был проектты Венгрияның Solar Optimum компанияһы тормошҡа ашырасаҡ һәм уның өсөн 1,5 миллиард һум аҡса һаласаҡ. - Проект отошло, 70-кә яҡын эш урыны булдырыла. Планға ярашлы предприятие 2022 йылдың дүртенсе кварталында тулы ҡеүәттә эш башларға тейеш, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Шул уҡ “Алға” иҡтисади зонала ҡояш панелдәре боролошон көйләүсе терәк механизмдарын етештереү планлаштырыла. Был йүнәлешкә 860 миллион һумлыҡ инвестиция һалыу күҙаллана. Тәүге продукцияны киләһе йылда сығара башлаясаҡтар.
Читайте нас